Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Төп мәлдәрҙе “Росреестр”ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында аңлаттылар.
Рекламала нимәләр мотлаҡ булырға тейеш?
Банкротлыҡҡа ҡағылған хеҙмәттәрҙең һәр рекламаһында хәҙер түбәндәге иҫкәртеүҙәр мотлаҡ:
"Банкротлыҡ кире эҙемтәләргә, шул иҫәптән кредит алыу һәм киләһе биш йылда ҡабаттан банкротлыҡ юллауҙы сикләүҙәргә килтерә. Кредиторығыҙға һәм Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итегеҙ”.
Бер үк ваҡытта, баҫма рекламала иҫкәртеү билдәле майҙанды биләргә тейеш (был яҙмалар ваҡ шрифт менән баҫтырылырға тейеш түгел). Аудио-һәм видеояҙмаларҙа ул етерлек ваҡыт дауамында яңғырарға тейеш.
Банкротлыҡ рекламаһында нимәләрҙе яҙырға һәм әйтергә ярамай?
❶ Бурыстарығыҙҙан бушатыу гарантиялана, мәҫәлән, “2 ай эсендә бурыстарығыҙҙан ҡотҡарабыҙ”, – тип белдерергә ярамай.
❷ Бурыстар, һалымдар һәм йыйымдар буйынса түләмәҫкә өндәү тыйыла.
❸ Дәүләт “бурыстарҙы түләмәҫкә ярҙам итә” тип раҫларға ярамай.
❹ Ихтимал эҙемтәләрҙе аңлатмайынса, бөтә түләүҙәрҙән тулыһынса азат итеүҙе вәғәҙәләү тыйыла.
Был ҡағиҙәләр ни өсөн индерелгән? Элек рекламала йыш ҡына бурыстарҙы юйып ташлау тураһында ғына һөйләнеләр, ә етди эҙемтәләр тураһында иҫкәртмәгнеләр. Ошо сәбәпле кешеләр уйламаған ҡарарҙар ҡабул итә, ә баҙарҙа сифатһыҙ хеҙмәттәр менән мутлашыусылар барлыҡҡа килә.
Ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн яуаплылыҡ: ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән өсөн РФ КоАП-ның.14.3 статьяһы 1 бүлегендә ҡаралған административ яуаплылыҡ янай.
Яңы ҡағиҙәләр кешеләрҙе яҡларға һәм төплө ҡарар ҡабул итергә ярҙам итә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: банкротлыҡ — ул финанс проблемаларын “тиҙ хәл итеү” түгел, ә хоҡуҡи эҙемтәләргә килтерер етди ғәмәл.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев