“Асад” алғы һыҙыҡта махсус хәрби операция башланғандан алып хәрби бурыстарҙы үтәй. Әле ул пилотһыҙ осоу аппараттары расчеттары начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә. 2023 йылда “Сәлим” позывнойлы дуҫы уға: “Етәр инде һиңә автомат менән йүгереп йөрөргә, яңы йүнәлеште үҙләштерергә ваҡыт!”– ти. “Асад” уйлана төшә һәм пилотһыҙ осоу аппараттары операторы һөнәре нескәлектәрен өйрәнә башлай.
“Мavic” тигәненән эште башланым, аҙаҡ FRV тигәнен үҙләштерҙем. Контузиянан һуң FRV расчеты саперы булып киттем. Дронға боеприпастарҙы нығытыу менән шөғөлләндем. Аҙаҡ расчетҡа етәкселек итеүҙе тапшырҙылар. Андреевка, Клещеевка өсөн барған һуғыштарҙа дрондар менән эш итеүҙә тәжрибә тупланым. 2023 йылда Андреевка эргәһендә юлды дошман тотоп торҙо. Шунда ҙур тәжрибә тупланды, дошмандың пехотаһын ҡыҫырыҡлап сығарырға тура килде. Ул саҡта пилотһыҙ осоу аппараттары етешмәне, егеттәр менән бергәләп һатып алырға ла тура килде. Хәҙерге һуғыш яланы – яңы технологиялар алышы”, – ти яугир.
“Асад” 34 йәшендә яңы белгеслекте һуғыш яланында үҙләштерә. Хәҙер дроноводтарҙың рәтен йәштәр тулыландыра. Яугирҙең әйтеүенсә, йәш, энергиялы кеше, өҫтәүенә компьютер уйындары менән мауығыусы ла булһа, уның урыны операторҙар рәтендә. Тик дроновод ныҡ психологик сифаттарға, ихтыяр көсөнә эйә булырға тейеш.
“Фронтта иңде-иңгә терәп ысын геройҙар хеҙмәт итә, хеҙмәттәштәремдең барыһы ла ҡыйыу һәм батыр. Улар Тыуған илебеҙҙе һаҡлау өсөн хеҙмәт итә һәм ата-бабаларыбыҙҙың, яҡташтарыбыҙҙың намыҫына тап төшөрмәйәсәк”, ти ул ғорурлыҡ менән. “Асад” IV дәрәжә Георгий тәреһе, Суворов, ”Хәрби отличие өсөн”, М. Шайморатов миҙалдары менән наградланған.
“Ни өсөн мин фронтҡа китергә ҡарар иттем? Ситтә ҡалырға теләмәнем, сөнки Ватанды яҡларға профессионалдар, тәжрибәле кешеләрҙең терәк булыуы кәрәк ине. Еңеүебеҙгә ышанам”, – тине яугир.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты
башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
Фото: яугирҙең шәхси архивынан
Беҙҙең МАХ каналына
https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Нет комментариев