Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Бындай кадрҙар дошман ҡулына эләгеүе һәм мөһим мәғлүмәтте асыҡларға ярҙам итеүе ихтимал.
Тыйыу Башҡортостан Республикаһы Башлығының 15.09.2025 №УГ-935
Указында нығытылған. БПЛА төрөн, уны осорған һәм ул төшкән урынды, атака объектын, килтерелгән зыянды асыҡларға ярҙам иткән кадрҙарҙы социаль селтәрҙәрҙә һәм комментарийҙарҙа таратырға ярамай. Иҫәпкә алынмай - дәүләт органдарының рәсми мәҡәләләре йәки шуларға һылтанып яҙылған мәғлүмәт.
Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексы буйынса штрафтар:
граждандар өсөн - 3 меңдән 5 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә - 10 меңдән 30 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә - 100 меңдән 500 мең һумға тиклем.
Хәрби объекттар йәки һауа һөжүменә ҡаршы оборона эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәрҙе асҡан өсөн енәйәт яуаплылығына, шул иҫәптән дәүләткә хыянат һәм террористик эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеү тураһындағы статьялар буйынса, тарттырыуҙары ихтимал.
Мөһим деталдәр ингән осраҡлы кадрҙар ҙа зыян килтереү өсөн ҡулланылыуы ихтимал. Шикле нәмә күрһәгеҙ, төшөрмәгеҙ, шунда уҡ рәсми органдарға хәбәр итегеҙ.
Һеҙҙең хәүефһеҙлек өсөн:
📌 Ашығыс хәбәрҙәрҙе һәм оператив мәғлүмәтте ҡайҙа һәм нисек алырға
📌 БПЛА күргәндә нимә эшләргә
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев