Свернуть поиск
Правая колонка
Повесть. Айбулат СӘСӘНБАЕВ (2)
Эштәгеләрҙең хәйләләрен сисергә, улар таратҡан ғәйбәтте урап үтергә, үҙең теләмәҫтән кемдеңдер дошманы булырға, бөтмәҫ етәкселектең эшен үтәргә ялҡҡан Венер, ниһайәт, ғариза яҙырға булды. Ҡайҙа китерен белмәһә лә, фатир һатыуҙан килгән аҡса берәй йыл ҡайғыһыҙ йәшәргә мөмкинлек бирер.
Торлаҡ ҡына оҙаҡ һатылды. Был ваҡыт тормошта үҙгәрештәр кәрәкме, юҡмы икәнлеген сәйнәргә, төшәсәк аҡсаны нисек арттырырға план ҡорорға сара бирҙе.
Күңелгә ятмаған эш башҡа мөнәсәбәткә ҡамасау итмәйәсәген генә Гөлфираға еткереп булманы. Ул ярты йыл түҙгәндән һуң киләсәге өсөн борсолоп, яуаплыраҡ, психологик яҡтан олораҡ кеше кәрәклеген аңлап офоҡта юғалды. Ярар, эшҡыуарҙарҙың ҡатындары күп була. Венерҙың уңышты йүгәнләгәнен аңлағас, Гөлфира үҙе ҡайтыр.
Ниндәй ҙә социаль селтәргә ингән һайын, танышыңдың йылмайған фотоһын күргәндән һуң, мотлаҡ реклама сыға.
Подробнее: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2023-08-15/2021-divan-seben-vener-povest-aybulat-s-s-nbaev-2-3387613

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев