Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Ялан аяҡ ямғырҙарын кисте июль.
Һағынғанда осрашыуҙар татлы тиеп,
Йыуатты ла тарта һалды тиҫбе июль.
Алдарымда ишек шаҡый, ана, август,
Сөңгөлөнән көмөш кенә йондоҙ яуғыс.
Ай сәсенән аҡ сымылдыҡ үреп кенә
Һөйгәнеңдең ҡуйынына ғына ауғыс.
Эй миҙгелдәр әйләнәләр әйлән-бәйлән,
Миҙгелдәрҙән туҡылалыр ғүмер - сәйлән.
...Һағыш таҫмаларын тарат, эй, һин, донъя,
Аҫыл ғына һандуғаслы моңға әйлән!
(Айзилә Мортаева)

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев