Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Быйыл яҙ республика урмансылары 14 миллиондан ашыу үҫенте әҙерләгән. Шуларҙың 2 миллионы — ябыҡ тамыр системаһы менән, улар яҡшыраҡ тамыр йәйә һәм сыҙамлыраҡ була.
Нуриман урман хужалығында йылына 1,2 миллион үҫенте үҫтерә алырлыҡ яңы заманса теплица төҙөлә. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа.
Дөйөм алғанда, Башҡортостан питомниктарында һәм теплицаларында йыл һайын кәм тигәндә 50 миллион үҫенте сығарыла. Быйыл урман тергеҙеү эштәре 4,7 мең гектар майҙанда башҡарылған. 🌳

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев